ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ФОЛЬКЛОРЫНДА КОСМОГОНИЯ (Автор яҙып алған экспедиция материалдары буйынса)

Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған фольклор экспедицияларында йыйылған халыҡ ижады үрнәктәре араһында иң йыш осрағаны Ҡояш, Ай, йондоҙҙар тураһында мәғлүмәттәр. Был соляр образдар хаҡында төрлө мәғлүмәттәрҙең таралыуына беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙың донъяға булған ҡараштары сәбәпселер. Борон-борондан кешеләрҙе әйләнә-тирәләге тереклектең ҡайҙан һәм ни рәүешле килеп сығыуы тураһында һорауҙар ҡыҙыҡһындырған. Күк йөҙө, донъя бары тик күҙ күреме менән генә ҡабул ителгән, ә аңлата алмаған урындар, реаль ысынбарлыҡ кешенең фантазияһы, мифтар менән тулыландырылып, йәнләндерелгән. Хәҙерге көндә уҙғарылған экспедиция материалдарын өйрәнгәндә, халыҡ хәтерендә бар йыһанға яҡтылыҡ, йәшәү бүләк итеүсе Ҡояш культына ҡағылышлы, бигерәк тә уның ҡалҡыуына бәйле мифтар, үҙенсәлекле ышаныуҙар, им-томдар, шулай уҡ, магик көскә эйә булыусы Айға, уның тулыуына, тыуыуына бәйле мәғлүмәттәр, тыйыуҙар, күк биҙәге йондоҙҙар хаҡында ла ҡыҙыҡлы материалдар тотороҡло һаҡлана. Кешеләр һәр ваҡыт уларҙың күктәге торошон, хәрәкәтен күҙәткән. Был күҙәтеүҙәр халыҡ ижадының йолаларында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә лә һынланыш тапҡан. 

___

  • АМИНЕВ, З. Г. (2005). Космогонические воззрения древних башкир/З. Г. Аминев. – Уфа: Башлингвоцентр.
  • БАЯЗИТОВА А., ШӘКҮР Р. З. (2003) Башҡорттарҙа һәм бүтән төрки халыҡтарында космонимия / А. Баязитова, Р. З. Шәкүр// Ватандаш. – № 1. – 77-83-сө б.
  • ГАЛИН, С. А. (1999). Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге/ С. А. Галин. – Өфө: Китап.– 2-се баҫма.
  • ӘХМӘТЙӘНОВ, К. Ә. (2003). Әҙәбиәт теорияһы/К. Ә. Әхмәтйәнов. – Өфө: Китап.– 3 баҫма.
  • КИНЬЯБУЗОВА, А., ХАЗИЕВ, В. (2003). Космос и хаос в башкирской мифологии/ А. Киньябузова, В. Хазиев//Ватандаш. – 9.– С. 182.
  • САГАЛАЕВ, А. М. (1991). Урало-алтайская мифология/А. М. Сагалаев.
  • Татар халыҡ риваятьләре һәм легендалары (2000) /Төз. С. М. Гыйләжетдинов. – Казан: Раннур. – 236-237 б.
  • ХӘКИМОВА, В. Ш. (1994). Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә сағыштырыуҙар / В. Ш. Хәкимова // Туған тел һәм әҙәбиәт: конф. тезис. – Өфө.
  • ХИСАМИТДИНОВА, Ф. Ғ. (2002). Башҡорт мифологияһы. Белешмә-һүҙлек/ Ф. Ғ. Хисамитдинова. – Өфө: Ғилем.
  • ХӨСӘЙЕНОВ, Ғ. Б. (2003). Башҡорт халҡының рухи донъяһы/Ғ. Б. Хөсәйенов. – Өфө: Китап.